Кышкы романс

Зимний романс

Исполнитель
Добавлено
31.08.2026
Обновлено
01.09.2026

Оригинальный текст

Ҡышҡы романс Фидан Гафаров Аҡты ярһып, аҡты ташып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға… Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым.

Русский перевод

Зимний романс Фидан Гафаров Текли, бушуя, текли, переливаясь через край, талые снежные воды, Такова, видно, неистовая, бурная стихия весны. Растаяли следы, оставшиеся на нашем снегу, Растаяли, плача, следы, что мы вдвоём оставили… Ты — течение моей жизни, Ты — моя тоска, Ты — страна моей радости, Потеря — моя находка, Ты — моя тоска. Вёсны приходят, вёсны уходят, воды текут… Дни текут, месяцы текут, годы текут. И у вод, и у месяцев, и у годов От их течения остаются следы, остаются следы. Ты — течение моей жизни, Ты — моя тоска, Ты — страна моей радости, Потеря — моя находка, Ты — моя тоска. Вот уже снова на землю падает снег, Всё как будто застыло под снегом. Воды текут, месяцы текут, годы текут, Тебя вижу во взгляде месяцев и лет. Ты — течение моей жизни, Ты — моя тоска, Ты — страна моей радости, Потеря — моя находка, Ты — моя тоска.