Башкорт кызы

Башкирская дочь

Автор текста
Добавлено
08.01.2026
Обновлено
08.01.2026

Оригинальный текст

Башҡорт ҡыҙы - һинең йөрәгеңдә Заман моңо, заман ялҡыны. Милләтемдең борондарҙан килгән Яҡты рухлы зирәк аҡылы. Минең йөрәктә лә балҡый Илһөйәрлек тойғоһо. Мин дә йәшәү усағына Ҡуҙ өҫтәр башҡорт ҡыҙы. Кәрәк саҡта тыуған ерен ҡурсып Яуға сапҡан башҡорт ҡыҙҙары. Баш эйәләр ихлас тоғролоҡҡа Ысыҡтай саф хыял-уйҙары. Башҡорт ҡыҙы һаман ғәмле бөгөн, Ил яҙмышы уның ҡанында. Киләсәкте ҡурсып, һаҡлап тора Халҡым сәңгелдәге янында.

Русский перевод

Башкирская дочь - в твоём сердце Мелодия века, пламя времён. Разум народа из давних столетий, Светлый и мудрый духовный огонь. И в моём сердце тоже сияет Чувство любви к родной земле. Я к очагу жизни прибавлю Уголья - башкирская дочь. Если придётся - родную землю Саблей защитят башкирские дочери. Головы склоняют пред верной преданностью, Их помыслы чисты, как роса. Башкирская дочь и сегодня в заботе, Судьба страны у неё в крови. Будущее бережёт и хранит У колыбели моего народа.