Бейеш

Танец

Исполнитель
Добавлено
31.08.2026
Обновлено
01.09.2026

Оригинальный текст

Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, Тышҡынайын ниҙән тышлайым? Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем, Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым? Елә лә генә елә берәү килә Арҡаларҙан йоморо юл менән. Күрмәнеләр мине, ай, күҙ менән, Тик һөйләйҙәр шелтәле һүҙ менән. Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә, Ҡалғандары ҡалды кәртәлә, Уңлы ғына һуллы ҡашым тарта, Ниҙәр булыр икән иртәгә? Ирәндеккәй буйы, ай, күк таштыр, Кемгә төйәк түгел ул таштар. Ҡурҡыуҙы ла белмәй ҡыйыу йөрөнөк, Ни күрһә лә күрер был баштар.

Русский перевод

Из шкурок белых зайчат шубу сшил я, А чем снаружи обошью её? Здесь провёл я лето, А где зимовать мне зимой? Плачет, плачет, кто-то идёт По хребтам, дорогой ровной. Не видали меня глазами, Только говорят с укором. Сивого коня запряг я в оглобли, Остальные остались в загоне. Правая и левая брови дрожат — Что же будет завтра, не знаю? Вдоль Ирандека — синие камни, Не всякому эти камни приют. Не зная страха, ходили мы смело, Что увидит эта голова — то увидит.